Йыйылыш үтте

Урындағы инициативаларҙы бойомға ашырыу проекты буйынса 7 ноябрь көнө Иҫке Монасип ауыл мәҙәниәт йортонда дөйөм йыйылышҡа тиклемге тағы бер йыйылыш үтте.

Ауыл биләмәһе башлығы Х.М.Йомағолов халыҡҡа 30 ноябрға ҡарата дөйөм йыйылыштар үтеп бөтөргә тейешлеген аңғартты. Конкурста ниндәй проект менән ҡатнашырға тигән тәҡдимдәрегеҙҙе хакимиәткә еткереп йөрөгөҙ тип белдерҙе. “Дөйөм йыйылышты үткәреү ваҡытын, хакимиәттең сайтына, гәзиткә баҫтырып, иғландар элеп хәбәр итәсәкбеҙ. Беҙҙең бурыс унда халыҡты күберәк йәлеп итеп, юғары балдар менән кәрәкле объект проектын конкурсҡа сығарыу.”- тине.

Запись опубликована в рубрике Без рубрики. Добавьте в закладки постоянную ссылку.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *